ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР, Урал‑Волга буйында һәм Себерҙә яһаҡтүләүселәр. Шәхсән ирекле булған һәм дәүләт файҙаһына йөкләмәләр үтәгән. Я.к. 18—50 (һуңыраҡ 16—60) йәшлек ирҙәр ингән. Башҡорттар ергә яһаҡ түләгән һәм уны аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һаҡлау нигеҙе тип иҫәпләгән. Яһаҡ китаптары алып барылған, Я.к. халыҡ иҫәбен алыу барышында тикшерелгән. Башҡортостан терр‑яһында Я.к. иҫәбе артыуына күскенселек хәрәкәте йоғонто яһаған. Яңы урынға күскәндә Я.к. үҙҙәренең соц. статусын һаҡлаған. Пётр I реформалары барышында 1718 й. һалым түләгән халыҡ категорияһына индерелгән һәм йорт иҫәбе һалымы урынына йән башына оклад һалынған; 1724 й. Я.к. ҡаҙнаға йән башынан һалым (74 тин) һәм аҡсалата оброк (40 тин) түләй башлаған, дәүләт крәҫтиәндәре категорияһына индерелгән, әммә үҙҙәрен яһаҡлы крәҫтиәндәр тип иҫәпләгән. 8‑се ревизия (1834) мәғлүмәттәре б‑са, Ырымбур губернаһында 87 мең яһаҡлы һәм дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин