ҺАРҒАЯ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡолғана а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Оло Һарғая й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында, Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 134 кеше; 1959 — 148; 1989 — 137; 2002 — 168; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Йылайыр кантонында Башҡорт ҡурсаулығы ойошторолоуға бәйле Башгосзаповедник ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов