ЯҢАУЫЛ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы, Яңауыл р‑нының адм. үҙәге (1991 й. алып). Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 232 км алыҫлыҡта Беүә й. (Кама й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Майҙаны — 26 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 11,6; 1959 — 15,7; 1989 — 24,7; 2002 — 27,9; 2018 — 25,5. Милли составы (2010): башҡорттар — 43,0%, татар­ҙар — 27,8%, урыҫтар — 16,6%.

Я. иҡт. нигеҙен нефть сығарыу сәнәғәте тәшкил итә. “Башнефть—Розница”, “Башнефть— Сервис” ЯСЙ‑ларының айырым бүлексәләре; “Яңауыл электр селтәрҙәре” ЯСЙ‑ның “Газпром газораспределение Уфа” Асыҡ АЙ филиалдары, “Башкиравтодор” АЙ‑ның Яңауыл юл ремонт­лау‑төҙөү идаралығы, “Башкоммунэнерго” АЙ; “РН— Транспорт”, “Победа”, “Мичуринский”, “ЯнаулВодоканал”, “Жилсервис”, “Благоустройство”, “ЯнаулАгро”, “Тепловодоснабжение” ЯСЙ‑лары, Яңауыл элеваторы һ.б. эшләй. Я. аша Горький т. юлы [Әгерже (Удмурт Респ.)— Дружинино (Свердловск өлк.) участкаһы], Өфө—Яңауыл, Нефтекама—Яңауыл, Яңауыл— Үрге Тәтешле автомобиль юлдары үтә. Нефтекама сәнәғәт узелына инә.

Я. Мөҡсинов И.Ш. исемендәге Яңауыл гимназияһы, лицей, 3 дөйөм белем биреү мәктәбе, мәктәп‑ара уҡыу комб‑ты, мәктәп‑интернат, 8 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, ДЮСШ, Йәштәр һарайы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; Төбәк‑ара клиник‑диагностика үҙәге, үҙәк район дауаханаһы, 3 поликлиника, психоневрология интернаты, “Орлёнок”, “Сулпан” балалар һауыҡтырыу лагерҙары; өлгөлө татар халыҡ театры, үҙәк район китапханаһы һәм ҡала филиалы, Яңауыл музейы бар. 13 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Татар һәм урыҫ телдәрендә “Янаульские зори” гәз. нәшер ителә.

18 б. 30‑сы йй. Яңы а. булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 80 йортта 459 кеше йәшәгән. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған; урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 96 йортта 536 кеше йәшәгән. Мәсет, күн оҫтаханаһы теркәлгән. 30‑сы йй. башлап Яңауыл а. булараҡ иҫәпкә алынған. 40‑сы йй. Яңауыл ст., Иванай, Яңауыл аа. Яңауыл эшселәр ҡасабаһына ҡушыла. 1991 й. хәҙ. статусын ала.

И.В.Голубченко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Карта города