ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1958 й. “Пищевик” артеле (икмәк, икмәк кеүәҫе, газлы эсемлектәр, ҡайнатма, туңдырма етештергән) һәм Серафимовка икмәкханаһы базаһында Туймазы икмәк з‑ды булараҡ ойошторола, 1977 й. алып Т.и.к. (50‑нән ашыу төр продукция), 1994 й. башлап ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк, икмәк‑ҡалас изделиелары, перәник производстволары, юғары сортлы кондитер изделиелары етештереү цехы ингән. 2002 й. 78 кеше эшләгән; етештерелгән (т): икмәк‑булка — 421, кондитер изделиелары — 98, макарон изделиелары — 8, ҡоро кеүәҫ — 1,7. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Р.М.Шафиҡова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев