ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ, 1992 й. Силәбе юридик техникумы филиалы (1991 й. нигеҙләнгән) базаһында Туймазы юридик техникумы булараҡ асыла, 1999 й. алып Туймазы дәүләт юридик колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт һәм муниц. идара итеү, хоҡуҡ белеме, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, ғәмәли информатика, иҫәпләү техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа м‑н тәьмин итеү, соц. эш, финанс, страховкалау эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 4 компьютер класы, китапханаһы, мед. пункты, методика кабинеты, күсермә‑күбәйтеү үҙәге, тамаша, спорт, теннис, конференциялар һәм уҡыу залдары, бассейны, ятағы бар. 3 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009). Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., Финанс университетының Өфө филиалы, Хоҡуҡ институты, Рәсәй соц. ун‑ты (Мәскәү) м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Н.Г.Сәлимгәрәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина