ТӘКӘ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта Усмашлы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 418 кеше; 1939 — 360; 1959 — 432; 1989 — 361; 2002 — 346; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Өпәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әбил Тәкинов билдәле. 1869 й. 29 йортта 170 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов