ТУПЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, боҙло майҙанда сәкән һәм туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Т.х. 1910 й. алып үҫешә. 1937 й. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте командаһы РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкәләре спартакиадаһының бронза призёры була. 1982 й. Өфөлә “Кировец” спорт комб‑ты ДЮСШ‑нда, 1988 й. — 10‑сы ДЮСШ‑ла (ҡара: Олимпия резервы спорт мәктәбе 10) Т.х. бүлеге асыла. “Спартак” ир‑егеттәр командаһы (Өфө) — “Спартак” ДСО- һы Рәсәй советы чемп. (1951—55), СССР кубогының сирек финалисы (1951). 1965—78 йй. СССР зона беренселегендә “А” класлы 2‑се төркөмдә М.И.Калинин ис. Белорет металлургия комб‑тының “Металлург” ир‑егеттәр командаһы, 1979— 89 йй. СССР чемпионаттарының 1‑се лигаһында — С.М.Киров ис. Башҡ‑н ҒПБ‑ның “Кировец” ир‑егеттәр командаһы сығыш яһай. 1990 й. алып Башҡортостан өсөн СССР һәм Рәсәй чемпионаттарында “Надежда” ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы сығыш яһай. 10‑сы СДЮСШОР командаһы (Өфө) — үҫмер ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1996, 2000, 2008—10). Халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләрҙе О.Н.Некрасова күрһәтә. Рәсәй йыйылма командаһы составында Э.К.Ғәниева донъя чемпионаттарының көмөш (1994) һәм бронза (1996) призёры, Р.Э.Русаева — донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2005—08), В.А.Казакова, Ю.И.Садиҡова, Д.Р.Сәйетгәрәева — ҡыҙҙар араһында донъя беренселеге еңеүселәре (2009), Е.А.Захарова һәм Казакова — ҡыҙҙар араһында донъя беренселегенең бронза призёрҙары (2011). Респ. 10‑сы СДЮСШОР‑ҙа һәм 1‑се ДЮСШ‑ла Т.х. бүлектәре эшләй, уларҙа 150‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). Т.х. м‑н тренерҙар Т.А.Жукова, В.Б.Рязанов, Н.П.Пантелеев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Б.Рязанов, О.Г.Шухардин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина