ТҮБӘНГЕ ЯНАҠТАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 266 кеше; 1920 — 230; 1939 — 231; 1959 — 479; 1989 — 113; 2002 — 101; 2010 — 89 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Түләбай а. (хәҙ. Үрге Янаҡтай а.) мариҙары Мәмәтәй исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 19 б. уртаһына тиклем Янаҡтай исемендә Түләбай а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 24 йортта 130 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов