ТҮБӘНГЕ ЛАСЫНТАУ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үрге Ласынтау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 384; 1939 — 396; 1959 — 328; 1989 — 165; 2002 — 104; 2010 — 77 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1871 й. һәм 1895 й. араһында Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы Ласынтау а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 36 йортта 326 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Ә.Ғ.Ғәббәсов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов