ЯҢЫ ҒҮМӘР, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 330 кеше; 1959 — 294; 1989 — 148; 2002 — 151; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Ғүмәр а. (хәҙ. Иҫке Ғүмәр а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 27 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов