ТҮЛӘБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 350 кеше; 1920 — 369; 1939 — 258; 1959 — 297; 1989 — 218; 2002 — 186 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Ергән МТС‑ы” ААЙ участкаһында эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның  улдары Ғайса, Ҡолбулды, Муса, Юлдаш Түләбаевтар билдәле. Шулай уҡ Ҡаралар, Ҡалмаҡ, 2‑се Түләбай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 57 йортта 413 кеше йәшәгән, 1866 й. 69 йортта — 325 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов