ТҮБӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Түбә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 42 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Сапсал й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 474 кеше; 1939 — 6797; 1959 — 4321; 1989 — 1605; 2002 — 1385; 2010 —1228 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Түбә урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар йорто, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1916 й. Орск өйәҙендәалтындың һибелмә ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле Түбә Руднигы ҡасабаһы (ҡара: Түбә руднигы) булараҡ нигеҙ һалына. 1928 й. алып Түбә эшселәр ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Д.М.Ғәлимов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов