ХӘСӘНОВ Ришат Фәүҡәт улы (5.9. 1954, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Ҡомъяҙы а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың мәға­риф отличнигы (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып филол. ф‑тында декан урынбаҫары, 1987—92 йй. һәм 2001 й. башлап декан. Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. урыҫ әҙәбиәтенә, башҡорт тарихи романистикаһына арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башкирский роман конца ХХ века М.—Бирск, 2005; Единство многообразия (башкирская историческая романистика на рубеже веков). Уфа, 2007; История, одетая в роман. Бирск, 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов